Өфөнән Сочиға осоу программаһының бер өлөшөн Абхазияның баш ҡалаһына күсерәләр.

Nordwind 18 сентябрҙән 24 октябргә тиклем рейстар теҙмәһенә үҙгәрештәр индерә. Сочиға һәм унан рейстарҙың бер өлөшө туҡтатыла, расписание Сухумға яңы рейстар менән тулыландырыла. 23 сентябрҙән яңы теҙмәгә тура даими рейстар өҫтәлә, тип белдерҙеләр баш ҡала аэропортында.
Туҡтатылған рейстарҙың пассажирҙарына аҡсаны кире ҡайтарыу, тәүге осошҡа яҡыныраҡ даталарға күсереү мөмкинлеге бирелә. Компания Сочи – Сухум маршруты буйынса (ике яҡҡа ла) ер өҫтө трансферы менән тәьмин итмәй.
Башинформ 16 июлдән авиакомпанияның Абхазияның баш ҡалаһына рейстар асыуы хаҡында яҙғайны. Юлға 3 сәғәт 30 минут ваҡыт китә.