Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы21.09.2026

Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы

Фото: Скриншот | Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн республикабыҙҙың ике яугирен генерал Шайморатов ордены менән бүләкләне. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә батальондың мотоуҡсылар взводы командиры Ринат Әбүбәкеровҡа һәм уҡсылар батальоны взводы командиры урынбаҫары Артур Низамовҡа наградалар тапшырылды.

 «Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Беҙҙе онотмауығыҙға шатбыҙ. Еңеү беҙҙеке буласаҡ», – тине Ринат Әбүбәкеров.

«Награда өсөн рәхмәт. Был минең генә түгел, ә подразделениеның, бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең наградаһы», – тине Артур Низамов.

Фото: Скриншот | Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе


Вернуться назад