Ни эшләп?10.07.2012
Бөгөн бик күп ваҡиғаларға, ҡанундарға, ғәҙәттәргә аныҡ ҡына яуап таба алмай яфаланабыҙ, баш ватабыҙ. Минең уйымса, гәзиттә “Ни эшләп?!” тигән өр-яңы рубрика индерергә кәрәк.

Мәҫәлән:
— Ни эшләп самолетта осҡанда фажиғәгә тарыусыларҙың туған-ырыуына төрлөсә түләйҙәр? Мәҫәлән, Пермдә ҡолаған самолетта һәләк булған ябай кешеләргә 5 миллион һум, ә генерал Трошев ғаиләһенә 16 миллион һум аҡса түләнде?
— Ни эшләп телевизорҙан бөтә Рәсәйгә Киркоровтың яңы тыуған балаһын, хан һарайындай өйөн күрһәтәләр? Ябай халыҡ һоҡланып ҡарап ултырһын типме, әллә асыуын ҡабартыу өсөнмө?
— Ни эшләп өсөнсө ирҙән бала тапҡан Кристина Орбакайтены сәғәттәр буйы телевизорҙан күрһәтәләр, ә ябай ҡатын-ҡыҙҙың бала тапҡанын бер ҙә күрһәткәндәре юҡ?
— Ни эшләп беҙҙең хоккейсылар уйнаған ваҡытта боҙға төкөрөнөп йөрөргә яраталар (хатта эскәмйәлә ултырған ваҡыттарында ла), ә волейболсылар һәм баскетболсыларға ундай ҡылыҡ хас түгел?
— Ни эшләп телевидение аша сығыштарҙа күренекле генә кешеләр “әммә, ләкин” тигән һүҙҙе йыш ҡуллана башланы? “Әммә”лә, “ләкин” дә бер мәғәнәлә түгелме ни?
— Ни эшләп башҡорт телендә сыҡҡан гәзиттәрҙә фамилияларҙы “Кучуков”, “Кучумов” тип яҙалар? “Көсөков”, “Күсемов” була түгелме ни?
— Ни эшләп БСТ-ла “Криминальный спектр” тапшырыуында бүләкләүҙәрҙе, ултырыштарҙы, ярыштарҙы ла күрһәтәләр? Улар ҙа хәҙер “криминал” һаналамы әллә?
— Ни эшләп “Поле чудес” программаһын алып барыусы Якубович миллионлаған телевизор ҡараусылар алдында күстәнәс итеп алып килгән иҫерткес эсемлектәрҙең бөтәһен дә (хатта самогонын да) түңкәргәнсе эсеп тик тора? Әллә хәҙер эскелеккә ҡаршы ошондай ысул менән көрәш алып баралармы?
— Ни эшләп һәүәҫкәр балыҡсыға ау менән балыҡ тоторға ярамай, ә баҙарҙа ау тулып ята?
Ошондай аңлайышһыҙ әйберҙәргә белгестәр аңлатма биреп торһа икән.
Бала саҡта (миңә 81 йәш) атай-әсәйҙәребеҙҙең “нишләп” тигән һүҙе беҙҙең өсөн иң ауыр, иң ҡәтғи һүҙ була торғайны. Ул ваҡытта ишеткән: “Нишләп уйнап тик йөрөйһөң?”, “Нишләп йоҡлап тик ятаһың?”, “Нишләп күлдәгеңде йыртып ҡайттың?”, “Нишләп йүнләп уҡымайһың?!” хәҙер ҙә ҡолағымда сыңлап тора.
К. ЯНБАЕВ.
Ейәнсура районы.


Вернуться назад