Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана21.09.2026

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе аҙна аҙағына тиклем ҡоро һәм йылы һауа торошо көтә.

Дүшәмбе, 21 сентябрҙә, көндөҙ  +18, +20° булыуы фаразлана.  

Шишәмбе, 22 сентябрҙә, һауа температураһының +21° тиклем күтәрелеүе көтөлә.

Шаршамбы, 23 сентябрҙә, температура +19, +20° кимәлендә һаҡлана.

Төнгө температуралар +4, +6°, был көҙ башы яҡшы. 

 



Вернуться назад