Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты

Өфөлә һайлауҙа 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, баш ҡаланың почетлы гражданы Герман Федин үҙ тауышын бирҙе. Был хаҡта Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурҙавлятов хәбәр итә.
Герман Сергеевич, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өйҙән тауыш биреп үҙенең гражданлыҡ бурысын шатланып үтәне. Фронтовик һайлауҙы ҡалдырмай.
Герман Федин хеҙмәт юлын Рыбинск ҡалаһынан Өфөгә күсерелгән моторҙар эшләү заводында башлай.
1944 йылдың ғинуарында Федин Ҡыҙыл Армия сафына алына. Кенигсберг янында бәрелештәрҙә ҡатнашып, бер нисә миҙалға лайыҡ була. Һуғыштан һуң хәрби хеҙмәтен дауам итә, 1959 йылда тыуған ҡалаһына ҡайта.
Ветеран йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү һәм ветерандар ойошмалары эшендә әүҙем ҡатнаша, «Батырлыҡ дәрестәре»ндә мәктәп уҡыусылары алдында йыш сығыш яһай.