Беҙҙең Ғафури районы Ташаҫты ауылы эргәһендә Еҙем йылғаһы аша күпер һала башлағайнылар. Ун биш йыллап ваҡыт үтеп китте. Оҙонлоғо 180 метр булған күпер әле һаман да төҙөлөп бөтмәгән. Уны «Йүрүҙән» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөй башланы ла еренә еткереп ҡуйманы. Элекке район хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итеүебеҙ һөҙөмтәһеҙ булды. Ташаҫты ауылы аша күпме туристар үтә, унда һалынған таҡталар һынып бөткән. Ауыл хакимиәте башлығына әйтһәң, уның яуабы шундай: «Былтыр ғына таҡта йәйеп сыҡтыҡ бит».Ә ул алты-ете урында ғына алмаштырылған. Ҡалған таҡталар ҡайҙа булған? Проект буйынса тимер табаҡ һалынырға тейеш ине. Унан да елдәр иҫкән.
Ташаҫты менән Иҫке Тайыш ауылдары араһында юл төҙөргә тип хәҙер инде биш йыл вәғәҙә бирәләр, әммә был мәсьәлә лә һаман хәл ителмәй.
Иҫке Тайыш ауылы халҡы һыуһыҙ ҙа интегә. Ауыл Уҡлыҡая тауының итәгендә урынлашҡан, ҡойо ҡаҙыйым тиһәң, эре таштар ҡамасаулай. Ауыл хакимиәте башлығына мөрәжәғәт итһәң, Еҙем йылғаһынан эсегеҙ, тип яуап бирә. Туристар Еҙем аша сыға алмай батып ултыра, солярка, бензин, машина майы ағып ятҡан һыуҙы нисек эсәһең инде?
Тағын бер мәсьәләгә туҡталып китәйем. Газ үткәргес Еҙем буйына килеп еткән, ә йылға аша үтмәгән (үткәреүе еңел булһа ла).
Ҡасан беҙҙең кәмһетелгән ауылдарға цивилизация килеп етер икән?
С. СӘЙФУЛЛИН.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.