Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 19 сентябрҙә Кушнаренко районы буйлап эш сәфәре барышында Кушнаренко ауылында Топорниндар усадьбаһы тирәһендәге йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү эше менән танышты.

Проект «Тарихи тораҡ пункттар» категорияһында X Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңеүсе булды. Ул 2026 йылда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла башланы. Был 148 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 68 миллион һум йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Топорниндар усадьбаһын 2022 йылда Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнештән һуң төҙөкләндерә башланылар. Кушнаренко районы хакимиәте етәксеһе Марат Латипов һүҙҙәренсә, усадьба алдындағы майҙанда ҡыйыҡлы визит-үҙәк, йәрминкәләр һәм лекциялар өсөн универсаль ҡыйыҡ, тергеҙелгән тарихи фонтан, саралар өсөн сәхнә-подиум һәм бәүелсәктәр зонаһы барлыҡҡа киләсәк. Ҡыҙҙар тауы битләүендә йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар, Ағиҙел йылғаһын күҙәтеү майҙансығы буласаҡ, ял итеү өсөн тарихи беседка тергеҙеләсәк. Шулай уҡ төрлө йәш төркөмдәренә ҡыҙыҡлы булһын өсөн воркаут зонаһы һәм балалар майҙансығы планлаштырылған.
Объектта эштәр әүҙем бара: брусчаткалар түшәлә, инженер системалары һалына, яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Әле территорияны планлаштырыуға һәм ҡырсынташ түшәүгә тотонғандар.
Муниципалитет башлығы һүҙҙәренсә, Кушнаренколағы Ҡыҙҙар тауы тағы ла ике иҫтәлекле урыны менән әһәмиәтле: Топорниндар йорто янында ғына урындағы рәссам Илфир Хәйруллин эшләгән таш скульптуралар паркы бар. Уның өҫтөндә ысын Ан-24Б самолеты «тора», ә күҙәтеү майҙансығынан хозур тәбиғәт күренеше асыла.
Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә төҙөкләндереү эштәре тамамланғандан һуң Кушнаренко ауылы тағы ла күберәк туристарҙы йәлеп итәсәген билдәләне.
«XIX быуат башында төҙөлгән бик матур бина булған. Был мәҙәни мираҫ объекты. Бында тәртип урынлаштырырбыҙ, урындағы эшҡыуарҙар кафе ла асыр тип уйлайым. «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проектында ҡатнашыусылар быны мотлаҡ күрәсәк . Топорниндар усадьбаһының тарихы бай. 2027 йылда төҙөкләндереү проектын тамамларға тейешбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

