Эшкә һәләтле һәр кем күҙәтеүсе була ала.

Тимәк, 18 йәше тулған кеше. Был турала 19 сентябрҙә Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә журналистар менән осрашыуҙа БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, нотариус Анатолий Хомячук хәбәр итте.
«Әйткәндәй, беҙҙең иң йәш күҙәтеүсебеҙгә 18 йәш, ә иң өлкән йәмәғәт күҙәтеүсеһе 77 йәштә», — тип билдәләне ул.
Күҙәтеүселәр Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ойошторған уҡыуҙы тамамларға тейеш.
«Улар әхлаҡи яҡтан тотороҡло, һайлау кампанияһы мәсьәләләрен ҡарауҙа компетентлы, объектив кешеләр булырға тейеш. Улар ышаныс тыуҙырырға тейеш! Йәмәғәт күҙәтеүсеһе партия вәкиленән бына нимәһе менән айырыла, — тине Анатолий Хомячук. — Башҡортостанда ҡеүәтле күҙәтеүселәр корпусы булдырылған – 13 меңдән ашыу кеше әҙерләнгән».
БР биләмәһендә үткәрелгән һайлау кампанияһы һәм тауыш биреү барышын күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы ағзаһы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Татыулаштырыу технологиялары һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш үҙәге етәксеһе Максим Беляев әйтеүенсә, күҙәтеүселәрҙең бурысы – «нейтраль һәм бойондороҡһоҙ булыу».
«Иң мөһиме – тауыш биреү процедураһы үтәлһен. Кемдең еңеүе күҙәтеүсене борсомай. Халыҡ кем өсөн тауыш бирә, шул еңә», — тине ул.
«БР биләмәһендә үткәрелгән һайлау кампанияһы һәм тауыш биреү барышын күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы ағзаһы, «Өфө» нәшриәт йорто» директоры Роза Хузина билдәләүенсә, «күҙәтеүселәрҙең төп роле – һайлау асыҡ һәм ғәҙел үтһен».