Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде19.09.2026

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде

Фото: Ольга Туриянова | БР Үҙәк һайлау комиссияһы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәрифулла Сәйфулла улы Фәйзуллин 19 сентябрҙә иртән Стәрлетамаҡ ҡалаһының 660-сы участка һайлау комиссияһына ҡыҙы менән килде. 99 йәшлек олатай һайлау участкаһына килеп тауыш бирә. Уны унда бүләктәр менән көтәләр, сөнки ветерандың һайлауҙа тәүгеләрҙән булып ҡатнашыуын беләләр.

Шәрифулла Фәйзуллин барыһына ла еңеү һәм ныҡлы һаулыҡ теләне.



Вернуться назад