Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана19.09.2026

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

2026 йылғы һайлауҙың икенсе көнө Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән башланды. Ойоштороу мәсьәләләрен тикшергәндән һуң журналистар һәм спикерҙар эшкә тотондо.

БР «Алға-Патриот» спорт-патриотик үҙәге директоры Ринат Хәбиров тауыш биреү көндәрендә «Рәхмәт-2026» акцияһын уҙғарыу тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, акция һайлау участкаларында үҙ ролен уйнай.

«Участкаларҙа халыҡ күп, тиҙәр ирекмәндәр. Граждандар үҙҙәре килә, ташламалы купондар һорай. Акция, бүләктәр уйнатылмаһа ла, бик популяр, — тине ул. — Ярҙам өсөн эшҡыуарҙарға рәхмәт, был беҙҙең өсөн бик мөһим: 600-ҙән ашыу хужалыҡ итеүсе субъект «Рәхмәт» акцияһында ҡатнаша».

Акция өс көн бара. Шулай уҡ «Рәхмәт» сайты бар, унда бөтә ташламалар күрһәтелгән, ентекле мәғлүмәт бирелгән.



Вернуться назад