Иҫке Шәрип үҙенә генә хас хозур туғайы, күлдәре менән матур урында урынлашҡан. Унда ҡайтҡан һайын ярты юлда өҙөлөп ҡалған асфальт күңелде өйкәй ине. Әхтәм Камалетдин улы Шәрәфетдиновтың ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләнеүен ишеткәс, ысын күңелемдән ҡыуандым. 85 йәшлек әсәйем йәшәгән урамды ап-аҡ ҡырсын таш түшәтеп матурланы. Өфөнән ҡайтыуыма, пенсионерҙар урамы тау башынан көлөп ятҡан һымаҡ. Рәхмәттәремдең сиге юҡ ауылдашыма. Әхтәм Камалетдин улының инсафлы, мәрхәмәтле булыуына, ауылдаштарының көнкүреш тормошона битараф ҡалмауына һоҡланам. Уға мин тик үрҙәр, уңыштар ғына теләйем. Күҙ тейә күрмәһен үҙенә, ташлама ауылыңды, туғаным. Ауылдың яҙмышы – һинең ҡулыңда. Башлаған эштәрең уң булһын!
Нурия ИБРАҺИМОВА.
Дәүләкән районы,
Иҫке Шәрип ауылы.