Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркта фонтандарҙың ниндәй булырын күрһәтте18.09.2026

Яңыртылған паркты 11 октябрҙә асыу көтөлә.

Фото: Радий Хәбировтың видеоһынан скриншот | МАХ каналы

Өфөнөң Ленин исемендәге паркында ике төҫлө музыкаль фонтан барлыҡҡа киләсәк. Уларҙың ниндәй булырын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә күрһәтте.

«Серҙе асам! Беҙҙең Ленин исемендәге паркта ике төҫлө музыкаль фонтан бына шундай буласаҡ. Барыһын да Республика көнөндә көтәбеҙ!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров һәм республика халҡын яңыртылған паркты күрергә саҡырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы көнө 11 октябрҙә билдәләнә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, объектта эштәр 2025 йылдың яҙында башланды. Парк төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә, шуға күрә республика етәксеһе ҡушыуы буйынса проект Йәмәғәт палатаһының махсус эшсе төркөмө контролендә тора.

Белешмә

Башта Ленин исемендәге парк Ушаков паркы тип атала, һуңынан Азатлыҡ паркы тип үҙгәртелә. Унда революция һәм Граждандар һуғышы йылдарында һәләк булғандар ерләнгән. Хәҙерге ваҡытта ҡәбер урынында мемориал урынлашҡан. 1934 йылда бында татар һәм башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ерләнгән.

1951 йылда паркта Александр Матросовҡа һәйкәл ҡуйыла. Парктың исеме тағы ла үҙгәртелә, Александр Матросов хөрмәтенә Матросов паркы тип атала.

1970-1980 йылдарҙа паркта бөтә аттракциондар һәм революцияға тиклемге иҫке фонтан алып ташлана. Парк янында КПСС Өлкә комитеты йорто булғанлыҡтан, паркка В.И. Ленин исеме бирелә, әле ошо исем менән йөрөтөлә. 


 




Вернуться назад