Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай18.09.2026

Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

2027 йылдың 1 ғинуарынан «Герой әсә» исеменә эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар проактив режимда 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала башлай. Түләү Социаль фонд аша бирелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Шул ваҡыттан алып герой әсәләргә документтар йыйырға, орден өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү алыу өсөн ғариза бирергә кәрәкмәй.

«Герой әсә» исеме социаль яуаплы ғаилә шарттарында ун һәм унан күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә. Герой әсәләргә бер тапҡыр 1 миллион һум түләнә.

«Герой әсә» исеме – ата-әсә хеҙмәте өсөн иң юғары награда. Башҡортостанда Рәсәй президенты указы менән «Герой әсә» тигән мәртәбәле исем алған 12 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 2022 йылда илдә ошо награда тергеҙелгәндән һуң республикабыҙҙа уға беренселәрҙән булып Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан 13 балаға ғүмер бүләк иткән Альбина Риф ҡыҙы Хәйҙәршина лайыҡ булды», — тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова. 

Ошондай исемгә эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар сираттан тыш бушлай медицина ярҙамынан, йылына бер тапҡыр бушлай шифаханаға юлламалар алыу хоҡуғынан файҙалана ала.

Ата-әсәләрҙең ниндәй дәүләт һәм йәмәғәт наградаларына дәғүә итә алыуы хаҡында Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы сайтында белергә мөмкин.

 



 






Вернуться назад