Башҡортостанда 100 йәшлек инәй һайлауҙа тауыш бирҙе

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан 100 йәшлек тыл хеҙмәтсәне Файза Бикбова һайлауҙың тәүге көнөндә үк тауыш бирҙе. Урындағы һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре уның өйөнә килде. Файза Файзрахман ҡыҙы йәш быуынға бәхетле тормош, Тыуған илебеҙгә именлек теләне.
Файза Бикбова — тыл ветераны, «Әсәлек даны» ордены кавалеры. Уның 82 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре һәм тыуа-тыуасары бар. Ауылдаштары һөйләүенсә, ул тәбиғәт матурлығына һоҡланып, тирә-яҡтағы хозурлыҡты күреп, үҙ аяҡтарында атлап йөрөй алғанына ҡыуанып, һәр атҡан таңға шөкөр итеп йәшәй. Күҙҙәре һаман да үткер инәйҙең, әле булһа ла гәзит-журналдарҙы күҙлекһеҙ уҡый.
Хәйбулла районында бөтәһе 21 мең самаһы кеше һайлау хоҡуғына эйә, уларҙың 400-ҙән ашыуы тәүге тапҡыр тауыш бирә. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ҡаты сирлеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булған кешеләр өйҙә тауыш бирергә мөмкин.
Май айында Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Файза Бикбованың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләүе хаҡында яҙғайныҡ.