Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы18.09.2026

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Республика вәкилдәренең парламентаризм, ауыл хужалығы, сәнәғәт үҫешенә индергән өлөшө юғары баһаланды, шулай уҡ Башҡортостандан күп балалы әсәнең ҡаҙаныштары билдәләнде.

Бәләбәй районынан Олеся Шайморатова «Герой әсә» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

«Шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ғаяз Ғабдрахмановҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

«Благовещен арматура заводы» акционерҙар йәмғиәтенең участка мастеры Александр Трубников «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» маҡтаулы исемен алды.

Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова парламентаризм үҫешенә тос өлөш индергәне һәм закон сығарыуҙа әүҙем эшмәкәрлек алып барғаны өсөн Александр Невский ордены менән бүләкләнде.



Вернуться назад