Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!10.07.2012
Алыҫ араларҙы яҡынайтып, хаттар килә редакцияға. Уларҙың һәр береһендә кеше яҙмышы, ил яҙмышы ниндәйҙер кимәлдә сағылыш таба. Берәүҙәр һорау бирә, яуап көтә. Икенселәр етешһеҙлектәрҙе фашлай һәм уларҙы бөтөрөүҙе талап итә. Өсөнсөләр ниндәйҙер уңыштары хаҡында яҙа. Редакция почтаһы үҙе бер теремек, саф һыулы йәншишмәне хәтерләтә.

Киләһе йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу тамамланды. Шул уңайҙан уҡыусыларҙан «Башҡортостан» тураһында яҙылған байтаҡ хат килде. Өлкән йәштәге ағай-апайҙар ҡулы менән яҙылған бындай хаттарҙы уҡыу менән күңелгә йылылыҡ йүгерә. Гәзитте ысын күңелдән яратҡан, ихтирам иткән, көтөп алған кешеләрҙең булыуы — беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс.
...«Башҡортостан» гәзите ғаилә ағзаһына әйләнде. Иң беренселәрҙән булып уға яҙылып ҡуябыҙ. Бына 2012 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылып ҡайтып, һөйөнөс кисерҙем, ни тиһәң дә, Башҡортостаныбыҙ – тыуған еребеҙ, унан да яҡын башҡа урыныбыҙ юҡ. Гәзитте ҡулға алыу менән бөтә республика хәбәрҙәрен беләбеҙ, яңылыҡтар менән танышабыҙ, дуҫ-иштәр менән осрашабыҙ.
Төрлө конкурстар иғлан итеп, үҙебеҙҙең көсөбөҙҙө һынап ҡарарға, уйланырға урын бирәһегеҙ. Һағыштарға, борсолоуҙарға урын да ҡалмаған кеүек, йәнгә тыныс, рәхәт булып китә гәзит менән үткәргән минуттарҙа, – тип яҙа Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылынан Флүрә Хәлилова. – «Башҡортостан» гәзитен ихтирам итеп яҙылайыҡ, таратайыҡ. Республикабыҙҙың иң абруйлы, аҡһаҡалдар ҡорона еткән, аҡыл йыйған ил ағаһы кеүек, ул һәммәбеҙгә лә алтындан да ҡиммәт кәңәштәрен биреп, йәшәргә дөрөҫ юл күрһәтеп тороусы баҫмабыҙ».
Йәнә бер хат. Уны Күмертау ҡалаһынан Люциә Урманшина юллаған. «…Әсәйем бер ваҡытта ла гәзиткә яҙылмай ҡалманы, ә хәҙер мин уның һымаҡ булырға тырышам. Ниндәй башҡорт инде ул, үҙебеҙҙең иң абруйлы гәзиткә яҙылмағас. Хәҙер баҫма бик матур сыға. Файҙалы кәңәштәр, кроссвордтар һәм хикәйәләр – барыһы ла оҡшай». Люциә Һиҙиәт ҡыҙына уның тормош иптәше Баймырҙа Аҡбатыр улы ла ҡушыла: «Башҡортостан» гәзитен көтөп алып, яратып уҡыйбыҙ. Үҙем мари милләтенән булһам да, башҡорт телен өйрәнеп, башҡортса уҡыйым. Башҡортостанда йәшәүем менән үҙемде бәхетле һанайым».
Сираттағы хат — Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылынан. Уның авторы Мәхмүзә Ғәзизова үҙенең ғүмер буйы бер урында – элеваторҙа эшләүе, шулай уҡ 1949 йылдан алып гәзитте алдырыуы, уны көтөп алыуы тураһында яҙған.
Гәзитте 50 йылдан ашыу алдырыусы уҡыусыбыҙ Стәрлебаш районынан Рафаил Ишһарин редакция коллективын баҫмабыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлаған, ә Әбйәлил районы Әбдрәш ауылынан Сара Абдуллина эшләй башлағандан бирле гәзиттәге материалдарҙы эшендә файҙаланыуы хаҡында хәбәр итә. Ишембай районының Һайран ауылынан Ғәлимйән Яҡупов та гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләрҙе башынан алып аҙағына тиклем уҡып сығыуы тураһында бәйән итә.
Әбйәлил районының Буранғол ауылынан Әсләм Искәнйәров та: «...Гәзитте яратып уҡыйым, республикала булған яңылыҡтарҙы белеп торам, быйыл да икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылдым», — тигән.
Илеш районының Этәй ауылынан килгән хаттан полиция хеҙмәткәре Азат Ғәбиҙуллиндың да гәзитте оҙаҡ йылдар алдырыуы һәм яратып уҡыуы хаҡында белдек. Дүртөйлө ҡалаһынан Айрат Хәмитов, сәләмәтлеге насар булыуға ҡарамаҫтан, гәзит менән бергә булыуы, Йылайыр районының Яманһаҙ ауылынан Фирүзә Сөләймәнова утыҙ йыл самаһы, Нуриман районының Иҫке Күл ауылынан Нәжибә Ялалова почтала эшләп, пенсияға сығып, гәзиттән шул йылдарҙан алып айырылмауы хаҡында яҙа.
Етешһеҙлектәр хаҡында ла хәбәр итә гәзит уҡыусыларыбыҙ. Өфөнән Н. Игеҙйәнованы Матбуғат йорто алдындағы торған һәйкәлдең исемһеҙ булыуы борсой. Ата-әсәләре исеменән С. Лоҡманова менән Ғ. Ғималетдинов — Ишембай районы Иҫәкәй урта мәктәбе уҡыусыларының йәйге лагерҙа ял итә алмауҙарына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, ә Приют ҡасабаһынан Г. Килмөхәмәтов металл уғрыларына зарланып редакцияға мөрәжәғәт иткән.
Борсолоу менән һуғарылған был үтенеү хаттарын, әлбиттә, беҙ, иғтибарһыҙ ҡалдырмайынса, тейешле ойошмаларға ебәрҙек.
Әүҙем авторҙарыбыҙ Ғафуриҙан Рәйсә Фәйзуллина, Самат Ғәлиуллин, Ҡырмыҫҡалынан Рим Исхаҡов, Баймаҡтан Рәшит Үтәев, Ишембайҙан Вараҡа Ғәләүетдинова, Әбйәлилдән Гөлшат Әхмәтҡужина, Мәләүездән Зөфәр Толомғужин, Дыуандан Ризван Хажиев, Учалынан Спартак Ильясов, Салауаттан Радик Вахитов, Өфөнән Марсель Ҡотлоғәлләмов, Вил Өмөтбаев, Ризуан Мөхәмәҙиев, Фәрзәнә Аҡбулатова, Мәрйәм Бураҡаева, Рафаэль Аҙнағолов, Сәбилә Сөләймәнова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Рамазан Ҡотошов, Зиннур Нурғәлин, Факиһа Туғыҙбаева был айҙа ла әүҙемлек күрһәтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ялыу кенәгәһе», «Халыҡ тауышы», «Хат юлға саҡыра» рубрикалары фәҡәт уҡыусыларыбыҙҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр күтәреү өсөн булдырылды.
Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ!
ХАТТАР БҮЛЕГЕ.


Вернуться назад