Благоварҙа хеҙмәт ветераны Менәүәрә Ибраһимова 95 йәшен билдәләне18.09.2026

Благоварҙа хеҙмәт ветераны Менәүәрә Ибраһимова 95 йәшен билдәләне

Фото: Марат Йосопов | Благовар районы хакимиәте башлығы

Благовар районының Шарлыҡ ауылынан Менәүәрә Ибраһимова 95 йәшен билдәләне. Район хакимиәте башлығы Марат Йосопов юбилярҙы тыуған көнө менән ҡотланы.

Менәүәрә Вилдан ҡыҙының хеҙмәт биографияһы тыуған төйәге һәм урындағы колхоз менән тығыҙ бәйле. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ул бөтәһе менән бер рәттән хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнаша, баҫыуҙа эшләй. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ветеран бер нисә тапҡыр маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

Менәүәрә инәй балаларын лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерә, уларҙа төп ҡиммәттәр: намыҫлылыҡ, өлкәндәргә хөрмәт һәм тыуған ергә һөйөү хистәре тәрбиәләй. Бөгөн улар тормошта үҙ урынын табып, намыҫлы эшләйҙәр һәм аяҡтарында ныҡ баҫып, әсәйҙәренә ышаныслы терәк-таяныс булып торалар. Хәҙер Менәүәрә Вилдан ҡыҙының төп байлығы һәм шатлығы — уның ейәндәре. Инәй уларҙың уңыштарын иғтибар менән күҙәтеп бара, йәш быуындың һәр яңы еңеүенә һөйөнә һәм ҙур ғаиләнең тарихын ҡәҙерләп һаҡлай, тип һөйләне Марат Йосопов.



Вернуться назад