Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» килә17.09.2026

Аҙна аҙағында республика биләмәһе Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайыш райондарынан юғары баҫым йоғонтоһонда була.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Ниһайәт, республикала «әбейҙәр сыуағы» — ҡоро, ҡояшлы һәм йылы көндәр башлана.

Төнгө сәғәттәрҙә республикала һауа температураһының +2, +7° градус булыуы көтөлә, республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында 0, -2° тиклем һалҡынайтыуы, ҡырау төшөүе ихтимал, ял көндәрендә көндөҙ һауа температураһы +17, +22°тиклем күтәрелә.

Һауа температураһы норманан 1-3°юғарыраҡ була. Республикала әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Киләһе аҙнаның башында һауа температураһының тағы ла нығыраҡ күтәрелеүе, норманан 4-6° юғарыраҡ күтәрелеүе фаразлана.

Былтыр республикала «әбейҙәр сыуағы» 13-24 сентябрҙә күҙәтелде, көндөҙ һауа температураһы +17, +22° тәшкил итте.




Вернуться назад