Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы17.09.2026

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте синоптиктар.

Фото: Галина Бахшиева | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 17 сентябрҙә, Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +15, +20°.

Йома, 18 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ, төндә көнсығыш райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көндөҙ +15, +20°.

Шәмбе, 19 сентябрҙә, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7°, көндөҙ +17, +22°.



Вернуться назад