Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин
РФ Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, әсәлек капиталын түләү өсөн ғаризаларҙы ҡарау ваҡыты былтыр 10 көндән 5 көнгә, ә быйыл рекордлы 4 көнгә тиклем кәметелгән. Ғаризаларҙың 90% ашыуы тап шулай тиҙ эшкәртелә.
Йыл башынан фонд 9,3 миллиард һумдан ашыулыҡ суммаға 22 мең ғаризаны хуплаған. Был иһә былтырғыға ҡарағанда 12% күберәк.
Яңы бала тыуғанда сертификатты рәсмиләштерергә йәки уның суммаһын яңынан иҫәпләргә кәрәкмәй. Сабыйҙы ЗАГС-та теркәгәндән һуң система быны автоматик рәүештә башҡара. Ҡалған аҡсаны һәр ваҡыт Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетта күрергә мөмкин.
РФ Социаль фонды мәғлүмәттәре буйынса, 97% ашыуы дәүләт ярҙамын торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә, бала уҡытыуға һәм өс йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләүгә йүнәлтә. Шулай уҡ аҡсаны инвалид балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу өсөн тотонорға йәки әсәнең тупланма пенсияһына күсерергә була. Әгәр сертификатта 10 мең һумдан аҙыраҡ аҡса ҡалһа, был сумманы ҡулаҡса менән алырға мөмкин.
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында, РФ Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең клиент хеҙмәттәрендә йәки күп функиялы үҙәктә бирергә мөмкин. Консультация алыу өсөн берҙәм контакт-үҙәк телефоны: 8-800-100-00-01.