Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составына үҙгәрештәр индерелде. Указға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
БР хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһының һәм республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары саҡырыу комиссияларының төп составына үҙгәрештәр индерелде. Атап әйткәндә, республиканың саҡырыу комиссияһының төп составына БР хәрби комиссариатының хәрби-табип экспертизаһы үҙәге шәфҡәт туташы И.А. Фәтхуллина инде. Д. Р. Ғайсина сығарылды.
Шулай уҡ комиссиялар сафына яңы хәрби комиссарҙар, Эске эштәр министрлығы, муниципалитеттар һәм халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре вәкилдәре индерелде. Указ законлы көсөнә инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың 1 ғинуарынан граждандарҙы йыл дауамында йәғни 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡыралар.