Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы үткәрелә16.09.2026

Ойоштороусылар «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында һайлаусыларға бонустар алыу мөмкинлеге хаҡында һөйләне.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Берҙәм тауыш биреү көнөндә — 18-20 сентябрҙә — Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы үткәрелә. Был юлы ташламалар ғына була: бер ниндәй ҙә бүләктәр уйнатылмай. Акцияны ойоштороусылар «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе.

«2026 йылда «Рәхмәт» акцияһы — ул тәү сиратта ташламалы акция, партнерҙарыбыҙҙан ташламалар алыу мөмкинлеге, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Алға-Патриот» спорт-патриотик үҙәге директоры Ринат Хәбиров. — Был инде ике меңенсе йылдарҙан башланған күп йыллыҡ тарих. Ошо йәмәғәт башланғысын ойоштороу беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки ул кешеләр өсөн эшләнә. Халыҡ әүҙем ҡатнаша, уларға оҡшай: участкаға киләһең, тауыш биреп сығаһың һәм купон алаһың. Элек беләҙектәр булһа, хәҙер бына шундай ике яҡлы купон. Ул республика биләмәһендәге меңдән ашыу партнерҙарыбыҙҙан ташламалар алырға мөмкинлек бирә. Бөтә муниципалитеттар: 54 район һәм 9 ҡала округы ҡушылды».

Ул шулай уҡ әлеге ҡатмралы шарттарҙа эшләгән бизнесҡа рәхмәт белдерҙе.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы вәкиле Тимур Ниғмәтуллин һүҙҙәренсә, акцияға меңдән ашыу нөктә һәм алты йөҙҙән күберәк эшҡыуар ҡушылған. Партнерҙар араһында аҙыҡ-түлек магазиндары, кафе һәм ресторандар, балалар үҙәктәре, фитнес-клубтар, автосалондар, бөҙрәханалар бар.

«Кемдер бер сынаяҡ ҡәһүәгә, кемдер маникюр курсына ташлама яһай. Ташламалар  50% тиклем етә,  — тине спикер. — Тулы исемлек рахмат2026.рф сайтында бар».

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Бүләктәр уйнатылмай – ташламалар ғына

Уҙған йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл акцияла бүләктәр уйнатылмай, ташламалар ғына була.

Купонды күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин, теркәргә кәрәкмәй. Унда акцияның сайтына күсеү өсөн QR-код урынлаштырылған, сайтта партнерҙарҙың тулы исемлеге һәм акцияның шарттары менән танышырға мөмкин.

«Теркәлеү, мәғлүмәттәр ҡалдырыу талап ителмәй. Телефон ярҙамында QR-кодты асып, инеү мөмкинлеге алаһығыҙ. Бер ҡайҙа ла исем-шәрифте, паспорт мәғлүмәттәрен, телефон номерын яҙырға кәрәкмәй», — тип яуапланы  Ринат Хәбиров хәүефһеҙлек тураһында һорауға.

Ул мутлашыусылар тураһында ла иҫкәртте: «Әгәр һеҙгә кемдер шылтыратып, үҙен акцияны ойоштороусы тип таныштырһа, ниндәйҙер мәғлүмәттәр, СМС-кодтар һораһа, бер нәмә лә әйтмәгеҙ».

Ойоштороусылар әйтеүенсә, әгәр купонды алмаһалар, уны ҡабаттан ҡулланырға мөмкин. QR-код – сайтҡа күсеү генә. Ташлама ошо ҡағыҙ купонды күрһәткән осраҡта бирелә», — тип аңлатты Ринат Хәбиров.

Фото: Әлфиә Әһлиуллина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Ирекмәндәр ярҙамға килә

18, 19 һәм 20 сентябрҙә ирекмәндәр һайлау участкаларында купондар тарата. «Башлыса йәштәр, студенттар әүҙем ҡушыла», — тине Тимур Ниғмәтуллин.

Оло йәштәгеләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ойоштороусылар әйтеүенсә, купондар күп, бөтәһенә лә етерлек.

«Байрам» магазиндар селтәре вәкиле Эльвира Вәлиева кһүҙҙәренсә, купондарҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты — 18 сентябрҙән 20 сентябргә тиклем. 

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Вернуться назад