Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде16.09.2026

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

РФ президенты указы менән Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһына генерал-майор Роман Плотников тәғәйенләнде.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Роман Павлович 1976 йылда Пермь крайында тыуған, 2000 йылда Пермь дәүләт техник университетын тамамлаған.

Башҡортостан Республикаһына эшкә килгәнсе Алтай Республикаһы һәм Алтай крайының территориаль именлек органдары начальнигы вазифаһын биләй. Бер нисә дәүләт һәм ведомство наградалары бар.

Идаралыҡтың элекке етәксеһе генерал-лейтенант Игорь Кочнев хәрби хеҙмәттән бушатылыуға бәйле вазифаһынан азат ителде.





Вернуться назад