Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды

Мәләүездә уҡытыусыға һәйкәл ҡуйылды. Мәләүез районы башлығы Зәбир Ғабдуллин хәбәр итеүенсә, скульптура «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән аллеяның биҙәгенә әүерелде.
Монумент классик костюм кейгән, ҡулына папка тотҡан уҡытыусы статуяһынан, рус һәм башҡорт әҙәбиәте классиктары Николай Некрасов һәм Мостай Кәримдең шиғырҙарынан өҙөктәр яҙылған стеланан тора. Педагогик хеҙмәт ветерандары һәйкәл янына киләсәк быуын өсөн хат менән ваҡыт капсулаһын һалды. Уны 2050 йылда асып уҡырға тейештәр.
«Дан бульварында һөнәргә һәм кешеләргә хөрмәт йөҙөнән уҡытыусыға һәйкәл ҡуйылды. Хәҙер был халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн яңы йәлеп итеү урыны. Был идеяны педагогик хеҙмәт ветерандары тәҡдим итте, уларҙы райондың бөтә уҡытыусылар берләшмәһе хуплау сыҡты. Мәләүездең йылдан-йыл яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә шатмын, бында һәр кемдең өлөшө бар», — тип яҙҙы район башлығы.