Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы15.09.2026

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының беренсе ағымында ҡатнашыусыларға ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү тураһында дипломдар тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

«Бөгөн беҙҙең мөһим көн. «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының беренсе ағымын уҡытыу тамамланды. Бында, ошо залда – уның беренсе, хатта тарихи сығарылышы. Беҙҙең программа Президент Владимир Путин тәҡдиме менән башланған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булып тора.

Республикабыҙҙан федераль проектта ҡатнашыусыларҙы яҡшы беләһегеҙ. Бөгөн уларҙың береһе беҙҙең менән. Оскар Ситдиҡов МХО ветерандарының төбәк ассоциацияһын етәкләй, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙе координациялай.

«Башҡортостан геройҙары»нда ҡатнашыу өсөн конкурс юғары булды. Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән ике меңдән ашыу ғариза килде. Был проектҡа ныҡлы ышаныу тураһында һөйләй. Иң яҡшы 70 кеше финалға сыҡты. Мин һеҙҙең хаҡта, уҡыуҙы һәм стажировканы тамамлаусылар тураһында һүҙ алып барам. Бер йылдан ашыу һеҙ хәҙерге ҡануниәт, иҡтисад, идара итеү нигеҙҙәрен үҙләштерҙегеҙ. Тәжрибәле остаздар менән шөғөлләндегеҙ. Власть органдарында, ойошмаларҙа һәм предприятиеларҙа стажировка үттегеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, кадрҙар программаһында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ауыр һынауҙар аша үтте, ҡулдарына ҡорал тотоп Ватанды һаҡланы. Яу яланында үҙҙәренең батырлығын һәм илһөйәрлеген раҫланы.

«Хәҙер һеҙгә алған белемде һәм оҫталыҡты, шулай уҡ ихтыярҙы, ныҡышмалылыҡты, теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алыу һәләтен тыуған республиканың мәнфәғәтенә йүнәлтергә кәрәк. Программа аныҡ һөҙөмтәләр килтерә. Бөгөн унда 23 ҡатнашыусы бар, һәр өсөнсөһө тиерлек дәүләт власы, урындағы үҙидара органдарында, республика ойошмаларында эшләй.

Беренсе ағым тамамланды. Беҙ һеҙҙең сығарылыш проекттарының ни тиклем көслө икәнен күрәбеҙ. Программабыҙҙы мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Ойоштороусыларға, уҡытыусыларға, остаздарға рәхмәт белдерәм. «Башҡортостан геройҙары» программаһының беренсе ағымын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт.

Хөрмәтле МХО ветерандары! Хәрби батырлығығыҙ һәм илһөйәрлегегеҙ өсөн тәрән хөрмәтемде белдерәм. Алған белемегеҙ һәм тәжрибәгеҙ уңышлы эшегеҙ өсөн ышаныслы нигеҙ булыр, үҙегеҙҙе компетентлы һәм яуаплы идарасылар итеп күрһәтерһегеҙ тип ышанам. Республика, муниципалитеттар халҡы һеҙҙе көтә», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Вернуться назад