Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау юл һайларға һәм юлға күберәк ваҡыт бүлергә кәңәш ителә.

15-17 сентябрҙә Өфөлә Революция, Цюрупа һәм Октябрҙең 50 йыллығы урамдары киҫелешендәге эске һыҙат буйлап хәрәкәт сикләнә. Водителдәргә маршрутты алдан планлаштырырға һәм үҙәк баҙар тирәһендәге тығындарҙы иҫәпкә алырға тәҡдим ителә.