Эй, юлдар, юлдар...07.07.2012
Эй, юлдар, юлдар...Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда федераль һәм республика юлдарын тәртиптә тотоуға, ремонтлауға һәм яңыларын төҙөүгә күп кенә аҡса тотонола. Беҙҙең республика аша үткән ҡунаҡтар ҙа башҡарылған эштәрҙе күреп “Һеҙҙә юлдар көҙгөләй” тип әйтеүсән. Ә күрше өлкәләрҙә хәлдәрҙе үҙегеҙ күреп-белеп тораһығыҙ. Әлбиттә, беҙҙә лә ремонт талап иткән юлдар, ошо проблема менән интеккән ауылдар ҙа етерлек, юл хужалығы һәр ауылды яҡшы юл менән тоташтырырға, уларҙы тәртиптә тоторға тырыша.

Нуриман районында ла юлдар торошо һәйбәт, сөнки бында йыл һайын бихисап ремонт эштәре башҡарыла, улар яңыртыла һәм яңылары асыла. Районда уның дөйөм оҙонлоғо – 272 километр.
– Юл торошона беҙҙә элек-электән иғтибар булды. Былтыр, мәҫәлән, 78 миллион һумлыҡ эш башҡарғанбыҙ, был ҙур күләмдәге хеҙмәт. Был тәңгәлдә эштәр ыңғай бара, Эй, юлдар, юлдар...төҙөкләндереү, ремонтлау дауам итә, – ти Нуриман районының юл-ремонт төҙөлөшө идаралығы инженеры Николай Сандалов. – Быйыл 90 миллион һумлыҡ эш күләмен үҙләштереүҙе бурыс итеп алғанбыҙ. Ярты йылда беҙҙең эшселәр 43 миллион һумлығын башҡарып та сыҡты.
Бөгөн юл идаралығы эшсәндәре райондың Иҫке Исай ауыл биләмәһе хакимиәтенә ҡараған тораҡтарҙа ремонт, төҙөкләндереү эштәре алып бара. Былтыр үҙәктәге бер нисә урамға район бюджеты иҫәбенә (9 миллион һум аҡса тотонолған) ремонт үткәргәндәр, яңы асфальт һалғандар. Көслө һәм заманса техника ярҙамында ауыр һаналған эштәр ҙә тиҙ арала башҡарыла. Ысынлап та, идаралыҡта техниканың ниндәйе генә юҡ, йыл һайын уны яңыртып торалар, запас частарға ла ҡытлыҡ кисермәйҙәр. Оҫтаханаларҙа иҫке техниканы ремонтлаусы, уларға йән өрөүсе оҫталар ҙа булғас, бөтәһе лә ырамлы бара, боҙолоп-ватылып ултырғандары бөтөнләй юҡ Эй, юлдар, юлдар...тиерлек. Етәкселек Нурғәли Ғәлин, Әнис Саттаров, Юрий Кривовязовтың эшенән ҡәнәғәт, улар бында оҙаҡ йылдар тырышып эшләй, оҫта егеттәр үҙҙәре үк техниканы матур итеп ремонтлап та ҡуя.
Идаралыҡта 80-гә яҡын кеше эш менән тәьмин ителгән, ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны күпкә арта. Эшселәрҙе эш урынына алып барыу-алып ҡайтыу ҙа ойошторолған. Уңайлы шарттар булдырылғас, идаралыҡҡа мәктәпте, махсус юғары һәм урта уҡыу йортон тамамлаусылар бик теләп килә. Мәҫәлән, йәш белгес – юл мастеры Александр Панченко, коллективта күптән абруй һәм дан ҡаҙанған тәжрибәле юл мастеры Салауат Шейәпов бөгөн күптәр өсөн өлгө булып тора. Тырышып хеҙмәт иткәндәр йыл һайын арзан хаҡҡа “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте аша “Асы” шифаханаһында һаулығын нығыта. Хеҙмәт хаҡы ла юғары, 17-18 мең һум — ауыл ерендә һәйбәт табыш, ул ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ түләнә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: идаралыҡта эшләүселәрҙең балалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Юғары йәки урта махсус белем алырға теләгәндәрҙе, маҡсатлы йүнәлтмә биреп, уҡырға ебәрәләр. Ошондай йүнәлтмә менән дүрт йәш кеше уҡып йөрөй, ә тиҙҙән юғары белемле бер белгес бында эшкә ҡайтасаҡ.
Бөгөн идаралыҡ эшсәндәре райондың Иҫке Күл, Яңы Күл, Ҡаҙнаташ ауылдарында ла юл-ремонт төҙөлөш эштәрен уңышлы алып бара. Киләсәктә Юрмаш — Байҡал ауылдары халҡы ла бына тигән юлдарҙан файҙалана башлаясаҡ.
Самат ҒӘЛИН
Нуриман районы.


Вернуться назад