Республикала көндәр бер аҙ һалҡынайта08.09.2026

Республикала көндәр бер аҙ һалҡынайта

Фото: Ләйлә Аралбаева | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 8 сентябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ айырым райондарҙа йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көнсығышта +6°, көндөҙ +22, +27°.

9 сентябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +16, +21°.

10 сентябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көндөҙ +14, +19°.



Вернуться назад