Башҡортостанда 22 меңдән ашыу яҡташыбыҙ социаль хеҙмәттәр алыу ысулын үҙгәрткән08.09.2026

Ғаризалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Йыл башынан Башҡортостанда 22 меңдән ашыу кеше социаль ярҙам алыу ысулын үҙгәрткән. Хәтерегеҙгә төшәрәбеҙ, ғаризалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Яңы вариант 2027 йылдың ғинуарынан ғәмәлгә индерелә.

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, әлеге көндә республикала федераль льготаға хоҡуҡлы 354 меңдән ашыу граждан  (инвалидтар, инвалид балалар, һуғыш һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, чернобылселәр һәм башҡалар) иҫәпләнә.

Уларҙың 38% ашыуы дарыуҙар, шифаханаларға путевкалар һәм бушлай барып ҡайтыу мөмкинлеге менән файҙалана. Ҡалғандары социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын аҡсалата ала. Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыу ысулы ҡәнәғәтләндерһә, ғариза яҙыу талап ителмәй – ул автоматик рәүештә һаҡлана.

2026 йылда социаль хеҙмәттәр йыйылмаһының хаҡы айына 1825,25 һум тәшкил итә. Шуның 1405,85 һумы — дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, 217,48 һумы – шифахана-курорт дауалауына, 201,92 һумы ҡала яны тимер юл транспортында һәм ҡала-ара транспортта дауаланыу урынына бушлай барыу ҡайтыуға йүнәлтелә. Шул уҡ ваҡытта льготник үҙе файҙаланған хеҙмәттәргә хоҡуғын һаҡлап ҡалырға, ә ҡалғандары өсөн аҡса алырға мөмкин.

Социаль хеҙмәттәр алыу ысулын үҙгәртеү өсөн ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша, күп функциялы үҙәктә йәки Рәсәй Социаль фондының БР буйынса бүлексәһендә бирергә була.



Вернуться назад