Шул иҫәптән шашлыҡ ҡыҙҙырыу өсөн ут яғырға ярамай.

Сибайҙа 7 сентябрҙән алып махсус бойороҡҡа тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелде, тип иҫкә төшөрҙөләр мэрияла. Режим бер нисә тыйыуҙы күҙ уңында тота.
Йорт яны биләмәләрендә һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, юл буйҙарында, йылға һәм күл тирәләрендә, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа, предприятиелар һәм ойошмалар биләмәләрендә, сүплектәрҙә һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында усаҡ яғырға, сүп-сар, үлән һәм япраҡ яндырырға ярамай.
Асыҡ утта аш-һыу әҙерләү өсөн мангалдар һәм башҡа ҡулайламалар ҡулланыу тыйыла. Был дөйөм туҡланыу предприятиеларына ҡағылмай.
Закон боҙған өсөн граждандарға — 10-20 мең һум, вазифа биләгән кешеләргә — 30-60 мең һум, шәхси эшҡыуарҙарға — 60-80 мең һум, ойошмаларға 400-800 мең һум штраф һалына.