Гүзәл менән Юлай Хафизовтарҙың уртаҡ донъя ҡороуына биш йыл да тулмаған, әммә ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормош уларҙың һөйөү көсөн, ғаилә нигеҙенең ныҡлығын күп тапҡыр һынарға өлгөргән.
— Өйләнешкән саҡта хәрбиҙең ҡатыны булыуҙың ни тиклем ауыр “һөнәр” икәнлеген күҙ алдыма ла килтермәгәнмен, — ти Гүзәл Хафизова. — Тәүге йылдарҙа ял көндәрендә лә, төн уртаһында ла иремде ҡапыл эшкә саҡыртып алыуҙарына күнегергә тура килде. Хәҙер бер-бер артлы үҫеп килгән улдарыбыҙҙың аҙналар буйы: “Атай ҡайҙа? Ҡасан ҡайта?” — тип һорауына яуап бирергә өйрәнәм.
Сапёр, полиция капитаны Юлай Хафизовтың бурысы, ысынлап та, ябайҙан түгел. Иң хәүефле енәйәтселәрҙе тотоу, күмәк сыуалыштар, контр-террористик операциялар барған урындарҙа тәртип урынлаштырыу — ул хеҙмәт иткән Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядтың (ОМОН) төп эше. Юлай Шәйхислам улының үҙенә генә алты тапҡыр “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә булырға тура килгән.
— Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ иренең эштән ҡасан ҡайтырын белеп, ашарына әҙерләп ҡуя. Хәрбиҙең ҡатыны ғына көндәрен билдәһеҙлектә үткәрә. Иртән эшкә киткән иреңдең бөгөн кис йә бер айҙан ғына ҡайтыуы ихтимал. Юлайҙы командировканан көткән көндәрҙең ғазабын “коллегаларым” — ятаҡтағы башҡа хәрбиҙәрҙең ҡатындары менән аралашыу еңеләйтә, — ти сабыр әсә.
Дыуан районының Мәсәғүт ауылында тыуып үҫкән Юлай Хәфизовтың хәрби карьераһы 1997 йылда армияға барғас башлана. Һөнәре, үҙе әйтмешләй, һәр саҡ дары мискәһе өҫтөндәге кеүек йәшәргә мәжбүр итһә лә, тормошон шунан тыш күҙ алдына килтермәй.
— Ҡырҙа саҡта ғаиләм һағындыра, шуныһы ғына ҡыйын, — ти капитан.
— Балалар ҙа аталарының оҙаҡ өйҙә булмауын ауыр кисерә. Эшкә барырға йыйынғанын һиҙеп ҡалһалар, ебәрмәйбеҙ тип әйберҙәрен йәшереп бөтәләр, — тип моңһоу йылмая Гүзәл Хәфизова.
Алыҫ аралар, борсоулы көндәр, көтөлмәгән айырылышыуҙар менән бик йыш һыналған ғаиләгә сабыр була белеү, бер-береңде аңлау һәләттәре ҡаҡшамаҫ көс бирә.
Ғаилә бәхетенә өлгәшеүҙең ошондай оло хеҙмәт икәнлеген иҫкә төшөрөү, матур парҙарҙы күбәйтеү өсөн илебеҙҙә Ғаилә, һөйөү һәм тоғролоҡ көнө булдырылған. Байрамдың символы аҡ сәскә ғаиләнең һаҡсыл ҡарашҡа мохтаж нескә төшөнсә булыуын иҫкәртә төҫлө. Был ҡиммәтте һаҡлауға өлгәшкәндәр генә мотлаҡ сәскә тажындай аҡ бәхеткә төрөнәсәк.
Нурзиә ХӘСӘНОВА
Өфө ҡалаһы.