Башҡортостанда «БПЛА хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды

Бөгөн иртән Башҡортостанда иғлан ителгән «БПЛА хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды. Был хаҡта республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр. Шулай уҡ Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осороуға ваҡытлыса сикләүҙәр алынды.
«БПЛА хәүефе» режимы иртәнге 8-се 15 минутта индерелгәйне.