Октябрҙә республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә10.09.2026

Өҫтәмә ял көнө Республика көнөн байрам итеү менән бәйле.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Республикаһы көнө 11 октябрҙә билдәләнә. 2026 йылда был дата йәкшәмбегә тура килә.

«Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» республика законына ярашлы, байрам һәм ял көндәре тап килһә, ял көнө унан һуңғы эш көнөнә күсерелә — был осраҡта дүшәмбе, 12 октябргә.

Шулай итеп, республикала йәшәүселәрҙе биш көнлөк эш аҙнаһында өс көн рәттән — 10 октябрҙән 12-нә тиклем (шәмбенән дүшәмбегә тиклем) ял көндәре көтә. Байрамдарҙан һуң тәүге эш көнө – 13 октябрь.

Башинформ яҙғанса, 2027 йылға байрам һәм ял көндәре билдәле булды.

 



Вернуться назад