Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте14.09.2026

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте синоптиктар.

Фото: Галина Бахшиева | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 14 сентябрҙә, Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +15, +20°.

Шишәмбе, 15 сентябрҙә, урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +4, +9°, көндөҙ +17, +22°.

Шаршамбы, 16 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, көндөҙ йәшен йәшнәүе ихтьимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +19, +24°.

 



Вернуться назад