Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә14.09.2026

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

БР Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, сикләү 16 сентябрҙә төнгө сәғәт 12-нән таңғы 5-кә тиклем ғәмәлдә ҡала. М-5 «Урал» федераль трассаһы яғынан һәм Федоровка ауылы эргәһенән инеү урындары ла ябыла.

Был Төньяҡ тоннелдә инженер селтәрҙәрен техник хеҙмәтләндереү буйынса эштәр башҡарыу менән бәйле.

 



Вернуться назад