Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы республикала донъяға килгән балаларҙың популяр һәм һирәк осраған исемдәре исемлеген яңыртты.
12 сентябргә ҡарата мәғлүмәтәр буйынса, ҡыҙҙар араһында һирәк осраған исемдәр: Вардитер, Анна-Мария, Радмилла, Сафармо һәм Мая. Малайҙар араһында иһә Мирзоали, Иосиф, Яхья, Заһит һәм Эден.
Башҡортостанда ҡыҙҙарға йышыраҡ Амелия, Йәсминә, София, Әминә һәм Эмилия тип ҡушалар. Малайҙарға Әмир, Эмир, Тимур, Мирон һәм Михаил тигән популяр исемдәр һайлайҙар.