Хеҙмәттәштәребеҙгә — юғары баһа!07.07.2012
Хеҙмәттәштәребеҙгә — юғары баһа!Республиканың төп милли баҫмаһы “Башҡортостан” һәр ваҡыт баш мөхәррирҙәре менән көслө булды. Улар араһынан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты Мансур Әнүәр улы ӘЙҮПОВтың “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” һәм Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәтенең Уҡыу-уҡытыу үҙәге директоры Тәлғәт Ниғмәтулла улы Хеҙмәттәштәребеҙгә — юғары баһа!СӘҒИТОВтың Салауат Юлаев, орденына лайыҡ булыуы айҡанлы редакция хеҙмәткәрҙәре ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Гәзиткә иң ҡатмарлы осор — үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында, 90-сы йылдарҙа етәкселек иткән баш мөхәррирҙәрҙең үҙ эшенең оҫтаһы, заманса, ҡыйыу фекерле, тынғыһыҙ, маҡсатлы булыуы арҡаһында баҫманың баһаһы артты, ул үҙгәртеп ҡороу мәлендә халыҡты туплау, милли үҙаңды уятыуҙа әйҙәүсе көскә әүерелде.
“Башҡортостан” гәзитенең бер түгел, элекке ике баш мөхәрриренең юғары наградаға лайыҡ булыуы — быйыл 95 йыллығын билдәләгән баҫмабыҙ өсөн айырыуса ҙур шатлыҡ. Хөрмәтле Тәлғәт Ниғмәтулла улы менән Мансур Әнүәр улына киләсәктә лә уңышлы эшмәкәрлек, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Хеҙмәттәштәребеҙгә — юғары баһа!“Башҡортостан” гәзите редакцияһында тағы ла һөйөнөслө ваҡиға: оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн маркетинг һәм матбуғатты таратыу бүлеге хәбәрсеһе Нажиә Суфиян ҡыҙы ДАУЫТОВА менән компьютерҙа версткалау инженеры Флүрә Ғәндәлиф Хеҙмәттәштәребеҙгә — юғары баһа!ҡыҙы ҒӘНИЕВА Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Ҡәҙерле хеҙмәттәштәребеҙҙең “Башҡортостан”дың көндәлек эшенә һалған тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың йылдар дауамында тупланған тәжрибәһенән, һөнәри оҫталығынан өлгө алабыҙ, ихлас күңелле, кешелекле булыуҙарына һоҡланабыҙ.
Хөрмәтле Нажиә Суфиян ҡыҙы һәм Флүрә Ғәндәлиф ҡыҙы! Һеҙгә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә ижади уңыштар, хеҙмәт ҡаҙаныштары насип булһын!
“Башҡортостан”дар.


Вернуться назад