Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө14.09.2026

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Фото: видеонан стоп-кадр | rutube

Өфө хакимиәте «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалына автомобилдәр тапшырҙы. Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов белдерҙе.

«Бер техниканы тапшырҙыҡ, ҡалғандары тәфтиш сараларында ҡатнаша», — тине Рөстәм Шәрипов Радий Хәбировҡа.

«Мине йәнә бер һорау ҡыҙыҡһындыра. Өфөнөң Контроль-иҫәп палатаһы мәғлүмәттәре буйынса, Ҡазанға йөрөү өсөн йыш ҡына Hyundai Staria автомобиле файҙаланылған. Аңлауымса, был яңы, һәйбәт машина, уны Өфөнөң социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды баш ҡаланың мобилизацияланған халҡына ярҙам проектын тормошҡа ашырыу өсөн бушлай Өфөнөң муниципаль милкенә тапшырғайны. Мин судьялар араһында мобилизацияланғандарҙы күрмәнем. Ә ниңә уны тапшырмайбыҙ?» — тип һораны Радий Хәбиров.

Рөстәм Шәрипов һүҙҙәренсә, был техникаға ла арест һалынған.

«Барыһын да тапшырығыҙ. Һәйбәтләп йыуығыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы.

«Башинформ» Өфө хакимиәте гаражының Татарстандан судьяларҙы ташыу өсөн файҙаланылыуы тураһында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад