Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр14.09.2026

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы балалар баҡсаларының белем биреү программаһына туған телдәрҙе өйрәнеүҙе индерергә йыйыныуҙары хаҡында белдерҙе. Был мәсьәлә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашыуҙа күтәрелде, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Беҙ яңыраҡ ҡына балалар баҡсаһында туған телдәрҙе өйрәтергә тигән ҡарарға килдек. Был турала ныҡлап уйларға кәрәк», – тигән бурыс йөкмәтте ул хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа.



Вернуться назад