Өфөнән Дубайға тура рейстар башлана

Flydubai авиакомпанияһы Дубай - Өфө - Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын тергеҙә, тип хәбәр итә баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте. Киләһе рейс - 2 августа. Пассажирҙар шишәмбе, кесаҙна һәм йәкшәмбе көндәрендә оса ала. 19 августан шаршамбы өҫтәмә рейс индерелә. Осоштар Boeing-737-800 самолеттарында башҡарыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Яҡын Көнсығыштағы конфликтҡа бәйле ағымдағы йылдың март айында осош программалары ваҡытлыса туҡтатылғайны.