Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы ғәмәлдән сығарылды

Республика биләмәһендә «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды, тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сикләүҙәр бөгөн иртәнге сәғәт 8-се ярты тирәһендә индерелгәйне.
Бынан алдараҡ баш ҡала аэропортының эшләй башлауы тураһында билдәле булды.
Был аҙнала Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр «Пилотһыҙ хәүеф» режимы иғлан ителде.