Өфө аэропорты штат режимында эшләй башланы

Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осороуға сикләүҙәр ғәмәлдән сығарылды, тип хәбәр итә Росавиация. Бөгөлмә, Волгоград, Ҡазан, Түбәнге Кама һәм Чебоксар ҡалалары ла ғәҙәти эш режимына ҡайтты.
«Башинформ» яҙғанса, сикләүҙәр бөгөн иртән индерелде, эске һәм халыҡ-ара йүнәлештәр буйынса 25-тән ашыу рейс тотҡарланды.