Өфөлә «Ковер планы» 25-тән ашыу авиарейстың тотҡарланыуына сәбәпсе булды

Башҡортостандың баш ҡалаһында өс сәғәткә яҡын аэропортта самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осороуға сикләүҙәр ғәмәлдә. Онлайн-табло мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ошо ваҡыт эсендә ике тиҫтәнән ашыу эске һәм халыҡ-ара рейстар тотҡарлана.
Мәҫәлән, Ҡазан, Бөгөлмә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Анталья, Тбилиси, Махачкала, Худжанд һәм Сочиға осоштар тотҡарлана. Сочи, Санкт-Петербург һәм Анталья рейстарына пассажирҙарҙы ултыртыу тамамланған. Улар осошҡа рөхсәтте самолет салонында көтәлер, моғайын.
Әлегә Минеральные Воды, Сәмәрҡәнд, Сорғот, Екатеринбург, Дүшәнбе, Ҡазан, Тбилиси, Санкт-Петербург, Хургада, Худжанд, Бохтар ҡалаларынан пассажирҙар ҙа Өфөгә оса алмай.