Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы ғәмәлдән сығарылды30.07.2026

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы ғәмәлдән сығарылды

Фото: Башинформ | Архив

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, республика биләмәһендә «Пилотһыҙ хәүеф» режимы бөтөрөлдө. Өфө аэропорты ла штат режимында эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сикләүҙәр бөгөн иртәнге сәғәт 9 тирәһендә индерелгәйне.

Аэропорттың онлайн-табло мәғлүмәттәре буйынса, ошо ваҡыт эсендә Рәсәй һәм халыҡ-ара йүнәлештәр буйынса 17-гә яҡын рейс тотҡарланлы. Тағы ла 25-кә яҡын борт расписание буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһына төшә алманы.



Вернуться назад