Башҡортостан трассаһында автобус һәм такси водителдәрен тикшерәләр
Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһында рейд бара. Транспорт министрлығы хеҙмәткәрҙәре Дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә автобустарҙы һәм еңел таксиҙарҙы туҡтата. Транспорттың техник торошон һәм водителдәрҙең рөхсәт документтарының булыу-булмауын тикшерәләр. Әгәр ташыу буйынса хеҙмәттәргә махсус рөхсәт булмаһа, автомобилдәр штраф туҡталҡаһына ҡуйыла.
Рейдтың маҡсаты – халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу, такси пассажирҙарының һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.