«Өфө» аэропортында ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде30.07.2026

«Өфө» аэропортында ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфө аэропорты һауа судноларын ҡабул итеүҙе һәм осороуҙы ваҡытлыса сикләне. Был сара республика биләмәһендә иғлан ителгән пилотһыҙ хәүеф режимы менән бәйле, тип хәбәр итә Федераль һауа транспорты агентлығы.

Онлайн-табло мәғлүмәттәренә ярашлы, пассажирҙар Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, Сочиға һәм Иркутскиға оса алманы. Шулай уҡ Сорғоттан, Санкт-Петербургтан һәм Сочиҙан самолеттар тотҡарлана.



Вернуться назад