Өфөлә күберәк заправкалар эшләй башланы29.07.2026

Өфөлә күберәк заправкалар эшләй башланы

Фото: Элина Әхмәтова | Башинформ

Өфөлә АЗС-тарҙа сираттар көн һайын уртаса 20-30 автомобилгә кәмей, тип хәбәр итте Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған брифингта. Ҡалала йәнә «Уфаойл» селтәренең алты яғыулыҡ ҡойоу станцияһы эшләй башланы. Аҙна һуңына тиклем төбәктә йәнә шунса заправка асылырға тейеш.

«Татнефть» селтәре АЗС-тары ла эшләй, өҫтәүенә уларҙа АИ-92 һәм АИ-95 бензинына лимит – 50 литрға тиклем, ә АИ-100 лимитһыҙ һатыла, тип һөйләне министр урынбаҫары.

Шул уҡ ваҡытта Дим биҫтәһендә сираттар һаҡлана –  был ҙур районда әле өс АЗС эшләй. Уларҙа яғыулыҡ һәр саҡ бар, әммә сираттар ҙа бөтмәй – яҡынса 70 машина көтә.



Вернуться назад