39 йәшлек Илназ Фазулов оҙаҡ ваҡыт яман шеш менән көрәшкән.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева үҙенең командаһынан тауыш операторы Илнар Фазуловтың вафат булыуы тураһында хәбәр итте. Йырсы социаль селтәрҙәрҙә мәрхүмдең ғаиләһенә ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.
«Оҙаҡ ауырығандан һуң, тауыш операторыбыҙ Илнар арабыҙҙан китте. Ҡатыны Эльмираның, балаларының, барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ, — тип яҙҙы Асаева. — Бөгөн Илнарҙы һуңғы юлға оҙаттыҡ. Бик яҡшы, киң күңелле кеше ине. Тормошто, кешеләрҙе яратып йәшәне».
Илнар Фазуловҡа 39 йәш булған. Ул башҡорт һәм татар эстрадаһы артистары менән хеҙмәттәшлек итә. Гөлназ Асаеваның концерт режиссеры Вадим Фәтхинуров әйтеүенсә, тауыш операторы оҙаҡ йылдар яман шеш менән көрәшкән. Ауырыуға ҡарамаҫтан, ул аҙаҡҡаса үҙ эшен дауам итә, былтыр декабрь айында башҡорт артистары менән гастролдә була.
Быға тиклем Ришат Төхвәтуллиндың труппаһынан бейеүсенең фажиғәле һәләк булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.