Өфө янындағы «Патриот» паркында Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләйҙәр29.07.2026

«Первушино» пилотаж төркөмөнөң, десантсыларҙың һәм парашютсыларҙың күрһәтмә сығыштары көтөлә.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

2 августа Шишмә районының Алкин-2 ауылында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләйҙәр. Иртәнге сәғәт 10-да – Өфөнөң «Еңеү» паркында һәм 12-се 30 минутта «Тулҡын» паркында сәскәләр һалыу тантанаһы була.

«Патриот» паркында байрам «Геройҙар уҙышы»нан башлана. 11-се 30 минутта паркта интерактив һәм күргәҙмә майҙансыҡтары асыла, шулай уҡ республиканың ижади коллективтарының сығыштары планлаштырыла.

Көндөҙгө сәғәт 11-ҙә «Минең атайым – десантсы» балалар һүрәттәре конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙа.

Сараның рәсми өлөшө 1-се 30 минутта башлана, сәғәт 1-ҙә десантсыларҙың, «Первушино» пилотаж төркөмөнөң һәм парашютсыларҙың күрһәтмә сығыштары ҡарарға мөмкин.

0+



Вернуться назад