Башҡортостанда айыу умарталыҡты туҙҙырған29.07.2026

Башҡортостанда айыу умарталыҡты туҙҙырған

Фото: Әсхәт Ҡормаев | Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы

Мәләүез районында айыу умарталыҡты туҙҙырған. Тайыштабанды урмандарҙа патруллек барышында БР Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары төшөрөп алған. Ашарға эҙләп йөрөгән айыу умарталарҙы ауҙарған, кәрәҙле рамдарҙы һындырған.

«Урман һағы хеҙмәте иҫкәртә: айыуҙар бик әүҙем, урманда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ! Һаҡ булығыҙ һәм яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ. Айыу менән осрашыу – социаль селтәрҙәр өсөн кадр түгел, ә реаль хәүеф», – тип иҫкә төшөрҙөләр Урман хужалығы министрлығында.
Фото: Әсхәт Ҡормаев | Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы


Вернуться назад